Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2017, 17:50

Кескәй яҡташыбыҙҙы Беренсе каналда таланттар шоуында күрһәтәсәктәр

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Кескәй яҡташыбыҙ Беренсе каналда «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» балалар таланттар шоуына кастингты уңышлы үтте. Ушу менән шөғөлләнгән туғыҙ йәшлек Алексей Назаров декабрь айында уҡ Мәскәүҙә һайлап алыу турында ҡатнашты. Ғинуар урталарында иһә тапшырыуҙа төштө.
Яңы балалар тапшырыуында үҙ көсөн һынап ҡарарға Алексейҙың тренеры тәҡдим иткән.
«Алексей биш йәшенән ушу менән шөғөлләнә. Ул — бик тырыш уҡыусы. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, төрлө кимәлдәге байтаҡ наградалар яулап өлгөргән, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына казактарҙың Өфө-Табын яҡташлығы ушу федерацияһының тренер-инструкторы Никита Авдеев. — Ошо һәләтле бала Беренсе каналдағы тапшырыуҙа ҡатнашырға лайыҡлы тип уйланым».
Малайға «Останкино» телеүҙәгендә ныҡ оҡшаған. Ул Максим Галкин менән фотоға төшкән һәм унан автограф алған.
Алексей Назаров ҡатнашлығындағы тапшырыуҙың Беренсе каналда ҡасан эфирға сығыуы хаҡында «Башинформ» һуңғараҡ хәбәр итәсәк.
17-22 февралдә яҡташыбыҙ үҙенең команда буйынса иптәштәре менән Мәскәүҙә «Ушу йондоҙҙары-2017» халыҡ-ара турнирында ҡатнаша. Казактарҙың Өфө-Табын яҡташлығы ушу федерацияһының спортсылары Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында шөғөлләнә.
Белешмә. «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» телевизион тапшырыуы 2016 йылдың 6 ноябрендә тәүге тапҡыр эфирға сыҡты. Унда 12 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша. Улар Беренсе каналдың студияһында үҙҙәренең һәләтен күрһәтә, шулай уҡ тамашасыларға иң яҡшыһы икәнлектәрен иҫбатлай.
Читайте нас: