04:33 (UTC+5), 09 Февраля 2017

Башҡортостанда Республика клиник дауаханаһы табиптары мейеләге яман шеште башланғыс стадияла асыҡлай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары мейеләге яман шеште башланғыс стадияла асыҡлай. Яңы диагностикалау һәм онкологик ауырыуҙарҙы дауалау алымдарын индереүгә ярашлы төбәктә онкологик ярҙам мөмкинлектәре киңәйә. Мәҫәлән, Республика клиник дауаханаһындағы махсус Перфузия программаһы менән йыһазландырылған магнит-резонанслы томография аппараты иң бәләкәй шеште лә күрергә мөмкинлек бирә. Табиптар билдәләүенсә, был алым химия йәки нур терапияһы курсын үткән пациенттарға айырыуса мөһим, сөнки ошондай дауаланыуҙан һуң баш мейеһендәге үҙгәрештәр тышҡы яҡтан яман шештең ҡабат барлыҡҡа килеүенә оҡшаған.
«Перфузиялы магнит-резонанслы томография кеүек диагностикалау алымы менән ике миллиметр ҙурлыҡтағы үтә бәләкәй яман шеш усаҡтарын да асыҡларға мөмкин. Шулай уҡ ошо аппаратта ауырыуҙың ҡабатланыуын асыҡлай алабыҙ. Әгәр сир башланғыс стадияла булһа, уны дауалап булыуы ихтимал», — тип һөйләй медицина фәндәре кандидаты, табип-нейрорадиолог Эльвира Закирова.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Компьютер томографияһы – магнит-резонанслы томография бүлеге мөдире Рауил Мөхәмәтрәхимовтың һүҙҙәренсә, «аҙаҡҡы диагноз бөтә тикшеренеүҙәр комплексы буйынса ҡуйыла. Ошо программаларҙы үҙләштереү өсөн республика дауаханаһы табиптары Рәсәйҙең һәм Европаның алдынғы үҙәктәрендә уҡып сыҡты».
Әлеге мәлдә ундай аппарат Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ғына бар. Бында бөтә республика пациенттарына ярҙам күрһәтелә. Былтыр 14 меңдән ашыу кеше тикшеренеү үткән.
Ошондай процедураның уртаса хаҡы 12 мең һум тәшкил итә, ә республика халҡы өсөн ул бөтөнләй бушлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика