10:26 (UTC+5), 09 Февраля 2017

Баш ҡала йәштәре өсөн эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса консультациялар ойошторола

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө йәштәренә эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрелә. Улар баш ҡаланың Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге ойошторған «ҡыҙыу линия»ға шылтыратып, эшкә урынлашыу үҙенсәлектәре хаҡында белә ала. Ул 15 февралдә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 5-кә тиклем уҙа.
Үҙәктәге юрисконсульт 14 йәштән 18 йәшкәсә бәлиғ булмаған граждандарҙы эшкә урынлаштырғанда ниндәй документтар бирергә, законһыҙ эштән бушатһалар, ни эшләргә кәрәклеген аңлатасаҡ. Бер эштән икенсеһенә күскән осраҡта документтар нисек итеп дөрөҫ тултырыла? Бәлиғ булмағандар өсөн һынау ваҡытын билдәләгәндә үҙенсәлектәр бармы, отпуск биреү тәртибе ниндәй?
Шулай уҡ йөклө һәм өс йәшкә тиклемге балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль гарантияларын һәм хоҡуҡи яҡлауын тәьмин итеүгә, декрет түләүҙәренә, балалар пособиеһы күләменә, эшләмәгән әсәгә декрет түләүҙәренә ҡағылышлы һорауҙар бирергә мөмкин, тип аңлатма бирҙеләр Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәгендә.
«Ҡыҙыу линия» телефоны: (347) 279-06-56.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика