10:26 (UTC+5), 09 Февраля 2017

Ҡалтасы районы халҡына яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ярҙам күрһәтелә

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ҡалтасы районында үҙенең медицина пункты – заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бынан һуң урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы өсөн район дауаханаһына йөрөргә кәрәкмәй. Бөтә кешеләргә лә уңайлы шарттарҙа беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтелергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр хакимиәттә.
Яңы ФАП-тар заманса техника менән йыһазландырылған, әммә иң мөһиме – пациент, фельдшер һәм табиптың ысынбарлыҡ режимында аралаша алыуы. Мәҫәлән, заманса технологиялар ярҙамында хатта район үҙәге белгестәренән онлайн консультация алырға мөмкин.
Бөтә республика буйлап фельдшер-акушерлыҡ пункттарын модернизациялау эше алып барыла, шул иҫәптән Ҡалтасы районы ҡараған Нефтекама медицина округында ла. Алдағы өс йылда районда ғәмәлдәге фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу ғына түгел, ә тағы ла 10 заманса модуль ФАП-ын асыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика