11:23 (UTC+5), 08 Февраля 2017

Ял көндәрендә Өфөлә ай тотолоуын күҙәтергә мөмкин

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 10 февралдән 11-енә ҡарай төндә Өфөлә йәшәүселәр ярым күләгәле ай тотолоуына шаһит була ала, тип хәбәр иттеләр ҡала планетарийында.
Был ваҡытта Ай Ерҙең шәүләһенә инмәйенсә үтә. Күк йөҙөндәге ошо күренеште Европала, Азияла, Африкала, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, шулай уҡ Алыҫ Көнсығыштан тыш Рәсәйҙең күпселек өлөшөндә күҙәтергә мөмкин.
«Һауа торошо һәйбәт булғанда Айҙың тотолоуы башынан аҙағына тиклем Башҡортостан биләмәһендә лә күренә, әммә сағыулығының кәмеүен һиҙмәҫкә лә мөмкин, тип аңлатма бирҙеләр планетарийҙа.
Өфөлә Ай ерҙең ярым күләгәһенә урындағы ваҡыт буйынса таңғы сәғәт 4 тула 26 минуттан инә башлай. Иң юғары нөктәһе таңғы сәғәт 6 тула 17 минутҡа тура килә. Күренеш дүрт сәғәттән ашыу дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика