10:37 (UTC+5), 08 Февраля 2017

Уҡыусыларҙы «Компьютер иле» фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан уҡыусыларын ағымдағы йылдың февраль-март айҙарында уҙасаҡ «Компьютер иле – 2017» XXI Халыҡ-ара асыҡ фестивалдә ҡатнашырға саҡыралар.
Фестивалдең маҡсаты – мәктәп уҡыусыһын шәхес булараҡ үҫтереү, белемгә һәләтен асыҡлау һәм дәртләндереү, мәғлүмәти технологиялар нигеҙендә уҡыусыларҙың ижади потенциалын асыу. Бынан тыш, фестиваль мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар өлкәһендә интерактив мәғлүмәти-коммуникация белем биреү киңлеген үҫтереүгә һәм педагогик инновациялар тәжрибәһен таратыуға саҡырылған.
«Компьютер иле» ике турҙа уҙа: I тур – дистанцион, 9-28 февралдә уҙғарыла, II тур – 28-29 мартта Һамар ҡалаһында үтә. Дистанцион этабында ҡатнашыу өсөн фестиваль сайтында ғариза ҡалдырыу һәм «ижади иғәнә» – һайланған компьютер клубы йүнәлеше буйынса авторҙың мәғлүмәти технологиялар менән ҡулланыу һәләтен күрһәткән электрон продуктты әҙерләү зарур.
Фестивалдә дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-11 синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Икенсе турҙа дистанцион этап финалсылары үҙ көстәрен һынай. Фестивалде уҙғарыу, ғаризаларҙы рәсмиләштереү тәртибе, эштәрҙе баһалау талаптары һәм йомғаҡ яһау тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Өфө белем биреү идаралығы сайтында баҫылған положениенан белергә була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика