07:17 (UTC+5), 08 Февраля 2017

Республика мәктәптәрҙә яңы урындарға федераль ҡаҙнанан 773,4 миллион һум аҡса аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылда Башҡортостан дөйөм белем ойошмаларында яңы урындар булдырыу буйынса сараларҙы берлектә финанслауға субсидиялар рәүешендә федераль ҡаҙнанан 773,4 миллион һум аҡса аласаҡ. Был аҡса Өфөләге «Дим-8» һәм «Колгуев» биҫтәләрендә мәктәп төҙөүҙе тамамлау буйынса эштәрҙе финанслауға йүнәлтелә.
Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, 25 миллиард һум күләмендәге субсидиялар илдең 57 төбәге араһында бүленгән. Субсидиялар субъекттарҙың берәүҙән кәм булмаған дөйөм белем биреү ойошмаһын төҙөүгә, һатып алыуға, капиталь ремонтҡа йәки төҙөкләндереүгә бюджет сығымдарын ҡаплауға йүнәлтелә.
Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған. Аҡса 2013-2020 йылдарға иҫәпләнгән «Мәғарифты үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә йүнәлтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика