02:29 (UTC+5), 08 Февраля 2017

Беренсе канал тамашасыларының ярҙамы менән республикабыҙҙан бер бала аяҡҡа баҫты

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Беренсе канал тамашасылары менән «Рәсәй ярҙам фонды» булышлығында Башҡортостандың Нордовка ауылынан 11 йәшлек Эрик Восканян аяҡҡа баҫты. Уның тарихы хаҡында тәүге тапшырыу былтыр июндә Беренсе каналда эфирға сыҡты.
2015 йылдың авгусында бала бәләгә тарый: кукуруз баҫыуында уйнап йөрөгөндә комбайн урғысының бысағы уның ике аяғын да киҫә. Малай күп ҡан юғалта, үлем сигендә була. Ул саҡта Салауат ҡалаһы табиптары Эриктың хәлен тотороҡландыра, шунан һуң уны Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына күсерәләр. Бала һауығыуға бара, әммә күңел торошо яҡшынан булмай. Табиптар малайҙың ата-әсәһенә бионик протездар алырға кәңәш итә. Әммә уны Германияла ғына етештерәләр, шуның өсөн 10 522 786 һум аҡса талап ителә. Эриктың ата-әсәһенең ундай аҡсаһы булмай. Шул саҡта «Русфонд» ғаиләгә ярҙамға килә. Беренсе канал менән берлектә ул аҡса йыйыу ойоштора. Сюжет башланғандан һуң ике сәғәт эсендә кәрәкле сумма йыйыла.
Уҙған көндәрҙә Беренсе каналда йәнә Эрикты күрһәттеләр, ул үҙаллы йөрөй һәм хатта үҙенең яратҡан шөғөлө менән мауыға – футбол уйнай башлаған.
Эрик менән ата-әсәһе уларҙың бәләһенә вайымһыҙ ҡалмағандарға рәхмәт белдерҙе.
«Меңәрләгән рәсәйҙәргә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ысын күңелдән рәхмәтлемен. Беҙгә әҡлаҡи һәм матди ярҙам иткән кешеләргә ҙур рәхмәт. Германия белгестәренә бик яҡшы эштәре өсөн айырым рәхмәт. Барыһына ла именлек, һаулыҡ һәм иң изге теләктәр юллайым. Изгелегегеҙ һәм йомартлығығыҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын!», — тип Эриктың әсәһе Тагуи Восканяндың һүҙҙәрен килтерә «Рәсәй ярҙам фонды».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика