Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2017, 17:49

Башҡортостанда йәш ғалимдар республика гранттарын алды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 20 йәш ғалим һәм ғилми коллектив республика гранттарын алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Конкурста 122 эш ҡатнашты. Еңеүселәргә дипломдар тапшырып, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов былай тине: «Бөгөн Башҡортостан хаҡында илдең көслө ғилми үҙәктәренең береһе булараҡ һүҙ йөрөтәләр. Хеҙмәтегеҙ республикаға Рәсәйҙең фәнни картаһында күренеп торған урында ҡалырға ярҙам итәсәк. Артабан һеҙҙең менән ҙур халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа осрашырбыҙ һәм республикабыҙҙы үҫтереү бурысын хәл итербеҙ, тип ышанам».
Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов һүҙҙәренсә, уникаль ҡорамалда тикшеренеү эштәрен башҡарыу, уҡыу процесын заманса техник һәм мәғлүмәт саралары ярҙамында алып барыу мөмкинлеге талантлы йәш ғалимдарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Быйыл тәүгә ғалимдарҙың эш барышында алынған һөҙөмтәһе конкурстың төп шарты булды.
Йәш ғалимдар үҙ сиратында конкурсты ойоштороусыларға һәм эксперттарға башланғыстарына ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яҡын арала фәнни ҡаҙаныштарҙы ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлектәрен өйрәнеүгә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, тип ышандырҙы.
Читайте нас: