02:04 (UTC+5), 08 Февраля 2017

Башҡортостан уҡыусылары Владимир Путинға балалар өсөн «Класс журналы» баҫмаһында һорау бирә ала

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Балалар өсөн аҙна һайын сыҡҡан «Класс журналы» икенсе тапҡыр «Президентҡа минең һорауым!» федераль акцияһын уҙғара. Беренсе акция аҙағында Владимир Путин 2016 йылдың 14 апрелендә «Тура бәйләнеш» ваҡытында бәләкәй уҡыусыларҙың биш һорауына яуап бирҙе.
Бөтә биш һорау һәм биш яуап та сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Пермь крайының Чайковский районы Буренка ҡасабаһынан 11 йәшлек Анжеланың алтын балыҡ һәм Санкт-Петербургтан 9 йәшлек Анастасияның яратмаған бутҡаһы хаҡында һорауҙары социаль селтәрҙәрҙә бик популяр булды. Ярославск өлкәһенән 8 йәшлек вундеркинд Илья Раевский үҙенең һорауынан һуң «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә ял итергә бара алды, Сколковола булды, ғилми конференцияларҙа һәм төрлө телевидение проекттарында ҡатнашты. Иркутск өлкәһенең Черемхов районы Үрге Иреть ауылынан 9 йәшлек Елизаветаның Берҙәм дәүләт имтиханы һәм имтихандарҙы телдән тапшырыу араһында һайлау тураһындағы һорауына Владимир Путиндың яуабынан һуң матбуғатта был өлкәлә үҙгәрештәр булыу ихтималлығы хаҡында мәғлүмәттәр сыҡты.
Баҫмала хәбәр итеүҙәренсә, былтыр редакцияға балаларҙан 11 меңдән ашыу хат килгән. Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы, Мәскәү, Һарытау, Иркутск, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы, Мәскәү, Дағстан, Ҡырым Республикаһы иң әүҙемдәре булған.
«Быйыл акция «Класс журналы» баҫмаһының дүртенсе һанында башланды. Редакцияға тәүге һорауҙар килде лә инде, акцияға бөтә төбәктәрҙең дә әүҙем ҡушылыуҙарына иҫәп тотабыҙ. Балаларҙы борсоған темаларға ҡыҙыҡлы һорауҙар көтөп ҡалабыҙ. Акция Рәсәй балаларының нимә хаҡында хыялланыуҙары тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирәсәк», — тип хәбәр иттеләр баҫма редакцияһында.
Үҙ һорауҙарын Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәүсе алты йәштән алып 14 йәшкәсә балалар бирә ала. Бының өсөн проекттың рәсми сайтында ата-әсә (йәки рәсми вәкил) менән бергәләп анкетаны тултырырға кәрәк. Иң ҡыҙыҡлы һорауҙарҙы редакция Рәсәй Президенты Хакимиәтенә ебәрәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика