06:35 (UTC+5), 07 Февраля 2017

Төбәктә һунар хужалығын алып барыусыларҙы «Һунар һәм балыҡ тотоу» фотокүргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыралар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда һунар хужалығын алып барыусыларҙы, эшмәкәрлектәре аусылыҡ туриндустрияһын үҫтереү менән бәйле булған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен, шулай уҡ профессиональ фотографтарҙы һәм фотоһәүәҫкәрҙәрҙе «Һунар һәм балыҡ тотоу» фотокүргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыралар. Ойоштороусыһы — төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
«Беҙ йәмәғәтселектә һунар хужалығын алып барыусыларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөрөҫ ҡараш булдырырға ниәтләйбеҙ, — тип аңлатма бирҙе тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин. — Һунар хужалыҡтарының эшмәкәрлеге тәү сиратта йәнлектәр донъяһы иҫәбен, популяцияһын арттырыуға, уларға йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән».
«Һунар һәм балыҡ тотоу» фотокүргәҙмәһе быйыл апрелдә Башҡортостан Милли музейында уҙа. Уның маҡсаты — республиканың төрлө мөйөштәрендә төшөрөлгән иң яҡшы фотоһүрәттәрҙе күрһәтеү.
Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн фотоматериалдарҙы 31 мартҡа тиклем birguliev.k@bashkortostan.ru электрон адресына ебәрергә йәки түбәндәге адрес буйынса килтерергә мөмкин: 450017, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86, 313-сө һәм 311-се бүлмәләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика