07:05 (UTC+5), 07 Февраль 2017

Төбәк журналистары тау саңғыһы, сноуборд һәм ҡышҡы картинг буйынса Киң мәғлүмәт саралары кубогы наградаларына лайыҡ булды

БР Журналистар союзы
БР Журналистар союзы
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе журналистары, блогерҙары тау саңғыһы, сноуборд һәм ҡышҡы картинг буйынса Киң мәғлүмәт саралары кубогында ҡатнашты. Ярыштар Яҡтыкүл буйында «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгендә уҙҙы.
Картинг буйынса беренсе урынды «Йәшлек» гәзитенән Асҡар Ғәббәсов яуланы. Командалар араһында икенсе урынды, еңеүселәрҙән ни бары ете секундҡа ғына ҡалышып, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары алды. Һөҙөмтәлә Киң мәғлүмәт саралары кубогына Силәбе Журналистар союзының берләшкән командаһы эйә булды. Дөйөм команда зачетында Башҡортостан командаһы иң берҙәме тип билдәләнде.
«Тау саңғыһы буйынса ярыштарҙа ветераныбыҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының 66 йәшлек хеҙмәткәре Рафаэль Йосопов, йәштәрҙе уҙып, икенсе урын яуланы. Киң мәғлүмәт саралары кубогында ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта барыуы ҡыуандыра, бөтә Рәсәй кимәленә етер, тигән ышаныстабыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков. — Башҡортостан журналистары араһында оҡшаш Кубокты йәнә мартта уҙғарырға уйлайбыҙ. Уның киләһе йылға үҙенсәлекле әҙерлек буласағына ышанам».
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн Кубок Яҡтыкүлдә Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союздары булышлығында «Юбилей» шифаханаһы тарафынан дүртенсе тапҡыр уҙғарылды.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика