Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2017, 13:35

Өфөлә һуңғы алты йылда тыуымдың иң юғары кимәле теркәлгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Уҙған йылда Өфөлә 18 меңдән ашыу сабый донъяға килгән. Был — һуңғы алты йылда ҡалала иң юғары тыуым күрһәткесе.
2005 йылда баш ҡалала — 11,3 меңдән ашыу, 2010 йылда 15 меңгә яҡын бала тыуған.
Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, тыуымдың артыуы менән бер рәттән үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә.
2016 йылда яҡынса 12,7 мең кеше вафат булған. Шуға ярашлы, былтыр ҡала халҡының тәбиғи артымы 5,5 мең самаһы кеше тәшкил иткән.
Шулай итеп, Башҡортостандың баш ҡалаһы илдең миллионлы ҡалалары араһында халыҡтың тәбиғи артымы буйынса беренсе урынды биләүен дауам итә.
Читайте нас: