05:20 (UTC+5), 07 Февраля 2017

Өфөлә Табын ырыуы башҡорттары йыйыла

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә Табын ырыуы башҡорттарының дүртенсе съезына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы. Сараны ағымдағы йылдың 25 февралендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә үткәреү күҙаллана.
Съездың көн тәртибенә Табын башҡорттарының хәрәкәтен тергеҙеүгә ҡағылышлы һорауҙарҙы индереү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта урындарҙа йыйын уҙғарыу, алдағы форумға делегаттар һайлауға әҙерлек бара. Съезд эшендә Башҡортостандың ун һәм сиктәш өлкәләрҙең алты районы вәкилдәренең ҡатнашыуы күҙаллана.
Айырым ырыу һәм ғаиләләрҙең шәжәрәләре менән таныштырыу, китаптар, халыҡ кәсептәре әйберҙәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторола. Шулай уҡ съезға гәзит һәм «Табын ырыуының йөҙ билдәле кешеһе» йыйынтығы баҫыласаҡ.
Шул көндө табындарҙың йәмәғәт хәрәкәтен булдырыуға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән ырыуҙың атаҡлы вәкилдәре бүләкләнәсәк.
Форумды үҙешмәкәрҙәрҙең ҙур концерты менән тамамлау күҙаллана, тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика