07:02 (UTC+5), 07 Февраля 2017

Башҡортостандың иң яҡшы һауыҡтырыу һәм белем биреү лагеры Туймазы районында урынлашҡан

Туймазы районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың иң яҡшы һауыҡтырыу һәм белем биреү лагеры Туймазы районының йәмле Ҡандракүл буйында урынлашҡан. Республика Мәғариф министрлығы «Башҡортостандың иң яҡшы балалар ялы һәм һауыҡтырыу ойошмаһы» республика ведомство-ара конкурсына йомғаҡ яһаны. Бәйге 2016 йылдың июненән сентябренә тиклем уҙғарылды. Жюри хөкөмөнә 132 эш тәҡдим ителде. Һуңғы өс йылда балалар ялы һәм һауыҡтырыу өлкәһендә өлгәшелгән уңыштары өсөн Туймазы районының «Ҡандракүл» һауыҡтырыу һәм белем биреү лагерына «Ойошма-оҫта» исеме бирелде. «Ҡандракүл» — тәүлек әйләнәһенә эшләгән лагерь, унда ете профилле смена, шул иҫәптән «Шаяндар һәм отҡорҙар клубы мәктәбе», «Оҫталар ҡалаһы» (биҙәү-ҡулланма сәнғәте), «Үҙебеҙҙең ТВ» (журналистар сменаһы), «Сәйәхәтселәр клубы» (туристар сменаһы) уңышлы эшләй, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика