02:07 (UTC+5), 06 Февраль 2017

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығында 3G селтәрле интернет үтте

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөрйән районының «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында кәрәҙле элемтә булдырылды. Республика Башлығының ҡушыуы буйынса Башҡортостандың иң төпкөл урындарының береһендә интернет үтте.
«3G селтәрен таратыусы «фемтосот» махсус бәләкәй база станцияһы ҡурсаулыҡтың парк зонаһында урынлаштырылды һәм эфирға уңышлы сыҡты. Хәҙер туристар лагерында мобиль интернет һәм тауыш элемтәһенең бөтә мөмкинлектәре менән дә рәхәтләнеп файҙаланырға мөмкин. Яңы ҡоролма туристар өсөн республикалағы төп иҫтәлекле урындарҙың инфраструктураһын яҡшыртыу өлкәһендә тәүге яңы технологиялар аҙымы булды», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин.
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә уникаль Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан. Тик 2016 йылда ғына «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына 42 мең кеше килгән, республика хөкүмәтенең планы буйынса тейешле инфраструктура һәм музей булдырылһа, уларҙың һаны 100-150 мең кешегә тиклем артыуы ихтимал.
Быйыл Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәмерйәлә булды һәм ҡурсаулыҡ биләмәһендә музей комплексын төҙөү планын раҫланы. Комплекс мәмерйәнең микроклиматына һәм ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәргә кире йоғонтоно кәметеү өсөн мәмерйәнең үҙенә оҡшатылып эшләнәсәк. Ҡурсаулыҡтың мәғлүмәти-сервис үҙәгендә Рөстәм Хәмитов муниципалитет биләмәһен комплекслы үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда «Шүлгәнташ» ҡурсаулығының киләсәккә планы, Бөрйән туристик кластерын үҫтереү һәм ярашлы инфраструктура булдырыу, «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһы конгресына әҙерлек, ЮНЕСКО менән үҙ-ара килешеп эш итеү, был тармаҡ министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың эшен көйләү мәсьәләләре тикшерелде.
Биләмәне үҫтереү перспективаларын аныҡ билдәләү өсөн федераль, республика һәм муниципаль власть органдарының бергәләп эшләүе кәрәк, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Кәрәҙле элемтә килеү менән төбәктең туристик йәлеп ителеүсәнлеген күтәреү өсөн тәүге аҙымдар яһалды. Хәҙер туристар сифатлы элемтә ярҙамында ысын ваҡыт режимында иҫтәлекле урындарҙың фотолары һәм видеолары менән анһат ҡына уртаҡлаша, үҙҙәренең сәйәхәте хаҡында баһалама һәм мәҡәләләр яҙып ҡалдыра, күргән нәмәләр тураһында өҫтәмә мәғлүмәт таба һәм республика буйлап артабан сәйәхәт ҡылыу пландарын ҡора ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика