13:17 (UTC+5), 06 Февраля 2017

Республика кардиология үҙәгендә бер йәшлек балаға тәүгә ҡатмарлы гибрид операция яһалды

Республика кардиология үҙәге сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге Республика кардиология үҙәгендә тәүге тапҡыр бер йәшлек баланың йөрәгенә гибрид операция яһалды. Сабыйға тыумыштан «йөрәктең ҡарынсыҡ-ара бүлкә кәмселеге» диагнозы ҡуйылған. Бындай кәмселек булғанда ҡан ярыҡ аша йөрәктең һул яҡ ҡарынсығынан уң яғына ағып төшә, шул арҡала йөрәккә һәм үпкәгә көсөргәнешле эшләргә тура килә. Дауаламаған осраҡта бындай балалар бәлиғ булғансы лә йәшәй алмай.
Баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары Богдан Олейник аңлатыуынса, гибрид операция хирургик (баланың күкрәк ситлеген асалар) һәм эндоваскуляр (табиптар, йөрәк янындағы ҙур магистраль тамырҙар аша үтеп, махсус техника ярҙамында кәмселектәрҙе яба) ысулдарҙы үҙ эсенә ала.
«Асыҡ йөрәккә ғәҙәти алым менән операция эшләгәндә ҡатмарлыҡтар тыуыу ихтималлығы ҙур булғанлыҡтан ошо алым һайланған, — тип һөйләне баш табип урынбаҫары. — Ҡарынсыҡ-ара бүлкәнең ҙур мускул апикаль кәмселеген ябыу өсөн Amplazer VSD окклюдеры файҙаланылды. Яңы методика буйынса операция йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары һәм рентгенэндоваскуляр диагностикалау һәм дауалау буйынса белгестәр ҡатнашлығында яһалды. Әлеге методика операция, яһалма ҡан әйләнеше ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе».
Операция уңышлы үтте, әлеге ваҡытта бала өйөндә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика