05:06 (UTC+5), 06 Февраль 2017

Рөстәм Хәмитов коллектив инеү пункттарының эшләүе мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ошо көндәрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коллектив инеү пункттарының эшләүе мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, элемтә хеҙмәттәрен күрһәткән муниципалитеттар һәм компаниялар етәкселәре ҡатнашты.
– Беҙгә муниципалитеттарҙан, ауыл биләмәләренән байтаҡ мөрәжәғәттәр килде. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ районы Суртан ауылынан хат бар. Уға 300 кеше үҙенең ҡултамғаһын ҡуйған. Ауылда коллектив инеү пунктының ябылыуы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, – тине Рөстәм Хәмитов.
Универсаль элемтә хеҙмәттәрен күрһәтеү һәм Интернетҡа инеү буйынса федераль проект сиктәрендә Рәсәйҙә 21 меңгә яҡын коллектив инеү пункты булдырылды, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов. Башҡортостанда ошондай 925 пункт асылды, шуларҙың 49-ы стационар почта бүлексәләренән ситтә урынлашҡан. «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы әлеге пункттарҙа почта хеҙмәттәрен күрһәтеү, коммуналь һәм башҡа түләүҙәр ҡабул итеү ойошторҙо. Был финанс хеҙмәттәре халыҡҡа, айырыуса бәләкәй һәм төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәргә бик кәрәк.
Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Ғәлимов республикала 1278 почта бүлексәһе эшләүе хаҡында һөйләне. Был – илдә иң ҙур төбәк селтәре. Өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа бер бүлексә лә ябылмаған.
Ирек Ғәлимов һүҙҙәренсә, Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы Суртан ауылындағы коллектив инеү пункты урынында почта элемтәһе пунктын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ул 2017 йылдың ғинуарынан эшләй ҙә инде. Шундай уҡ эш Фёдоровка районында дауам итә. Унда ла ҡайһы бер ауылдарҙың халҡы коллектив инеү пункттарының ябылыуына ризаһыҙлыҡ белдергән.
«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Марат Долгоаршинных хәбәр итеүенсә, компания федераль ҡануниәт талаптарына ярашлы телефон бәйләнеше һәм Интернет хеҙмәттәрен күрһәтә.
Бөгөн республика – илдә ҡуйылған таксофондар һаны буйынса лидерҙарҙың береһе. Башҡортостанда 3 687 тораҡ пунктта 4 562 таксофон эшләй. Уның менән «Башинформсвязь» һәм Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә һатылған карталар ярҙамында файҙаланырға мөмкин. Ашығыс хеҙмәттәр бушлай саҡырыла.
Төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн юғары тиҙлекле Интернетҡа инеү һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү буйынса федераль программа сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уға республикалағы 250-нән 500-гә тиклем кеше йәшәгән 929 тораҡ пункт ингән. 2016 йылда юғары тиҙлекле Интернетҡа инеү өсөн 289 нөктә булдырылған. Быйыл тағы ла 268-ҙе ҡуйыу күҙаллана. Шулай итеп, йыл аҙағына тиклем программаға индерелгән тораҡ пункттарҙың яртыһынан ашыуы Интернетҡа инеү мөмкинлеген аласаҡ.
Бынан тыш, былтыр республика китапханаларын Интернет менән тәьмин итеү буйынса проект бойомға ашырылған. Марат Долгоаршинных фекеренсә, ошо китапханаларҙа коллектив инеү пункттарын ойошторорға мөмкин.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика