03:54 (UTC+5), 06 Февраля 2017

Өфө менән Астана туғандаш ҡалалар булды

Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө менән Астана туғандаш ҡалалар булды. Уҙған көндәрҙә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында Өфө башлығы Ирек Ялалов менән Астана аҡымы Асет Исекешев хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә.
Туғандашлыҡ тураһындағы документ муниципалитеттарҙың потенциалын тулыһынса асыу һәм идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн яңы перспективалы һәм инновацион хеҙмәттәшлек формаларын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ҡалалар төрлө тармаҡтарҙа, шул иҫәптән транспорт системаһын берлектә үҫтереүҙә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе күҙаллай. Бойомға ашырылған халыҡ-ара проекттарҙы иҫәпкә алғанда, Европаны Ҡытай һәм Көнсығыш Азия менән тоташтырыусы эре транспорт коридоры юлдарында Өфө менән Астана мөһим үҙәктәргә әйләнәсәк.
Астана хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы ҡала эргәһендә йәшел бүлкәт булдырыуҙа иң «йәшел» миллионлы ҡалаларҙың береһе булған Башҡортостандың баш ҡалаһы менән тәжрибә алмашыуҙа ҡыҙыҡһына.
Ҡунаҡтарға ЭКСПО-2017 халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашырға тәҡдим иттеләр, сөнки Өфө Рәсәйҙең 250 ҙур сәнәғәт үҙәктәренең тәүге ун ҡалаһы исемлегенә инә. Күргәҙмәлә ҡатнашыу альтернатив энергетика өлкәһендәге алдынғы эштәр менән алмашырға мөмкинлек бирәсәк.
«Ҡаҙаҡтар менән башҡорттарҙы ныҡлы үҙ-ара ихтирамлыҡ, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Беҙҙе уртаҡ тарихи тамырҙар һәм мәҙәни йолалар берләштерә. Башҡортостандың баш ҡалаһы – Рәсәйҙең иң ҙур иҡтисади, сәнәғәт, мәҙәни һәм ғилми үҙәктәренең береһе. Шуны яҡшы беләбеҙ: Өфө йылдам үҫешә, ҡала хужалығын яңыртыу буйынса программалар тормошҡа ашырыла. Астана менән Өфөнө Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү менән нығытылған элекке һәм традицион ныҡлы мөнәсәбәттәр бәйләй», — тип билдәләне аҡым урынбаҫары Андрей Лукин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итеп.
Астана Өфөнөң етенсе туғандаш ҡалаһы булды. Быға тиклем меморандумдар Анкара (Төркиә), Галле (Германия), Ҡытай Халыҡ Республикаһының дүрт ҡалаһы: Шэньян, Цицикар, Наньчан һәм Хэфэй менән төҙөлдө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика