12:01 (UTC+5), 03 Февраля 2017

Төбәк ирекмәндәре «Еңеү кешеләре» тигән өсөнсө китапҡа Канадала йәшәгән һуғышта ҡатнашыусылар хаҡында мәғлүмәттәр индерергә ниәтләй

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан ирекмәндәре «Еңеү кешеләре» тип аталған өсөнсө китапҡа әлеге ваҡытта Канадала йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡында мәғлүмәттәр индерергә ниәтләй.
Асыҡланыуынса, Рәсәйҙән туғыҙ ветеран Торонто ҡалаһына даими йәшәргә күсеп киткән. 2015 йылда Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивында табылған документтарға ярашлы, уларҙың икәүһе — Ҡыҙыл Армияның кадр офицерҙары, хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгәндәр. «Еңеү ирекмәндәре»нең төбәк штабы һуғышта ҡатнашыусыларҙың бүләкләү ҡағыҙының күсермәһен баҫтырып, уларға хат менән бергә ебәрергә хәл иткән. Улар хатта «Еңеү кешеләре» тигән өсөнсө китапҡа ветерандарҙың һуғыш юлы тураһында мәғлүмәттәр индереү теләген белдергән.
«Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәте Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә йәшәгән ветерандарҙы ла хәтерләй, — тип һөйләне «Еңеү ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәте ағзаһы Александр Юдин. — Әлеге мәлгә Башҡортостандан, Һамарҙан һәм Ырымбурҙан 103 һуғышта ҡатнашыусы хаҡында мәғлүмәттәр йыйылған».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика