02:33 (UTC+5), 03 Февраль 2017

Республикала WorldSkills хәрәкәтен үҫтереү менән эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡты бөтөрөргә иҫәп тоталар

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә «Йәш профессионалдар» — WorldSkills Russia һәм JuniorSkills икенсе төбәк чемпионатына әҙерлек бара. Ҡатнашыусылар өсөн эшлекле программа тәүгә ойоштороласаҡ.
Йәш профессионалдар бәйгеләре төбәктә 13-17 февралдә Өфө дәүләт нефть техник университетында һәм республика колледждарында үтә. Саралар Башҡортостан Башлығының ҡарарына ярашлы уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһында.
Эшсе һөнәрҙәр чемпионаты Башҡортостанда икенсе тапҡыр үтәсәк. Унда һөнәри белем биреү ойошмаларының 150 студенты (16 йәштән 22-гә тиклем) һәм 110 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашасаҡ. Төбәк этабында еңеүселәр бөтә Рәсәй һайлап алыу турында ҡатнашып, Рәсәйҙең милли йыйылмаһына инеү мөмкинлегенә эйә.
Хеҙмәт баҙарында эшсе ҡулдарҙың етмәүен һәр кем яҡшы аңлай. Бер төркөм һөнәр буйынса юғары белемле, айырыуса гуманитар профилле белгестәренең күп булыуы күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә эшләгән юғары белемле кешеләрҙекенә ҡарағанда профессиональ эшселәрҙең эш хаҡы юғарыраҡ.
«Беҙ белем биреү программаһын алмаштырыу, яңы фәндәр уҡытыу хаҡында юҡҡа ҡына әйтмәйбеҙ. Был урта махсус белем биреү системаһына төп кардиналь ҡараш. Чемпионат Башҡортостанда «Йәш профессионалдар» хәрәкәтен популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән, — тип һөйләне республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов «Рәсәй 24 Башҡортостан» телеканалының «Яңылыҡтар. Интервью» тапшырыуында.
Төбәк чемпионатында уҙған ярыштарҙың бөтә өҫтөнлөктәре милли һәм халыҡ-ара этаптарҙың фәндәр исемлегенә инә, тип билдәләне премьер-министр урынбаҫары. Улар шулай уҡ Рәсәй иҡтисады талаптарына яуап бирә һәм хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжлы, яңы һәм перспективалы һөнәрҙәр исемлегендә бар. Исемлекте төҙөгәндә юғары технологиялы сәнәғәт тармаҡтарына һәм хеҙмәттәр өлкәһенә баҫым яһалған.
«Профессиональ эшселәргә ҡытлыҡ республикабыҙҙа ғына түгел, ә илебеҙҙә WorldSkills Russia һәм JuniorSkills хәрәкәте нимәгә кәрәклеген билдәләүсе булып тора. Ул бөгөн производствола ҡулланылған һәм киләсәктә индереләсәк станоктарҙың белем биреү аудиторияларында торорға тейешлеген аңлата», — тип билдәләне Салауат Сәғитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика