06:35 (UTC+5), 03 Февраля 2017

Өфөлә макулатура тапшырған өсөн музейға саҡырыу ҡағыҙы алырға мөмкин

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә республика Хәрби Дан музейы макулатура йыйыу буйынса «Ағастарҙы бергәләп һаҡлайыҡ!» акцияһын ойоштора. Унда һәр теләүсе ҡатнаша ала. Журналдар, гәзиттәр, офис ҡағыҙҙары, дәфтәрҙәр, шулай уҡ әҙәби ҡиммәте булмаған китаптар икенсел эшкәртелеүгә бара.
50 килограмға тиклем макулатура килтергән ҡала халҡы – бер музейға, 50-нән 200 килограмға тиклем килтергәндәр ике музейға (республика Хәрби Дан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарына) саҡырыу ҡағыҙы аласаҡ, ә 200 килограмдан артығыраҡ тапшырғандар өсөн йыл дауамында музейҙың яңы экспозицияларын ҡарау мөмкинлеге бирелә, тип хәбәр иттеләр Орджоникидзе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә. 200 килограмдан күберәк ҡағыҙ тапшырған мәктәп уҡыусылары ойошторолған төркөм менән ике музейға йөрөүгә 50 процент ташлама ала.
Макулатураны ҡабул итеү пункттары дүшәмбенән шәмбегә ҡәҙәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске алтынсы яртыға тиклем Комаров урамы, 7 һәм Левитан урамы, 27 адрестары буйынса эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт – 260-44-64 телефоны буйынса.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика