04:33 (UTC+5), 03 Февраля 2017

Башҡортостанда республика хайуандары тураһында яңыртылған монография донъя күрҙе

Ксения Калинина
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Башҡортостан хайуандары» исемле яңыртылған монография Башҡорт дәүләт университетының нәшриәт үҙәгендә сыҡты. Ул Мөкәмил Баянов, Иван Дьяченко һәм Винер Хәбибуллин редакцияһы аҫтында 19 авторҙың коллектив эше.
Китапҡа бер күҙәнәклеләр, селәүсендәр һәм быуынтыҡ аяҡлыларҙан алып балыҡтар, ҡоштар һәм йәнлектәргә тиклем хайуандар донъяһының төрлөлөгө хаҡында яңыртылған мәғлүмәттәр ингән, тип аңлаттылар юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә. Республиканың хайуандар донъяһы күптән өйрәнелә: тәүге мәғлүмәт 1949 йылда төҙөлә, яңыртылған баҫмалар 1977 һәм 1995 йылдарҙа донъя күрә. Баҫманың сығыуына 20 йыл уҙған, был ваҡыт эсендә республиканың хайуандар донъяһы тураһында белемдәр яңы мәғлүмәттәр менән тулыланған һәм уҡыусыларға яңы, өҫтәлгән һәм эшкәртелгән баҫма тәҡдим ителә.
Төҫлө һүрәттәргә бай ҡаты тышлы китап ҙур тираж менән баҫылған. Баҫма киң уҡыусылар даирәһе – биология, экология һәм география уҡытыусылары; биология, ауыл хужалығы һәм медицина профиле буйынса юғары һәм урта белем биреү йорттары студенттары; мәктәп уҡыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, һунарсылар, балыҡсылар һәм тәбиғәтте яратыусылар өсөн тәғәйенләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика