13:27 (UTC+5), 03 Февраля 2017

Башҡортостанда «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынының төбәк этабы уҙа

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 4 февралдә Башҡорт дәүләт медицина университетында Волга буйы федераль округының Интеллектуаль олимпиадаһы — «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынының төбәк этабы үтә. Уйындар иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана, тип хәбәр иттеләр Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә.
«Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» викторинаһы киң билдәле телевизион тапшырыу принцибы буйынса ойошторола. Уйын ике турҙа уҙа, ҡатнашыусылар художество мәҙәниәте, әҙәбиәт, кинематография, хәҙерге фәнгә ҡағылышлы 15 һорауға яуап бирергә тейеш.
Ҡатнашыусылар араһында – төбәктең студенттар элитаһы, Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының 15 командаһы вәкилдәре. Викторина еңеүселәре Мордовияла округ кимәлендәге Интеллектуаль олимпиадала республика исеменән сығыш яһай.
«Йыл һайын студенттарыбыҙ төрлө өлкәләрҙә төплө белемдәрен күрһәтә. Башҡорт медицина университетының командаһы айырыуса көслө. Ул бер нисә йыл рәттән округ кимәлендә сығыш яһаны», — тип һөйләне сараны ойоштороусыларҙың береһе, Волга буйы федераль округының Йәштәр советы ағзаһы Таһир Ғиззәтуллин.
Волга буйы федераль округында «Студенттар араһында Интеллектуаль олимпиада» проекты тулы хоҡуҡлы вәкил Михаил Бабич һәм төбәк властары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – йәштәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу һәм студенттарҙы эшмәкәрлектең фәнни-инновацион формаларына йәлеп итеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика