12:29 (UTC+5), 02 Февраля 2017

Республикала Урал алдының иң ҙур һаҙлығы тергеҙелә

Фаил Абсатаров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/. Бөгөн, 2 февралдә, Бөтә донъя һыу-һаҙлыҡ биләмәләре көнө билдәләнә. Барыһы ла һыу-һаҙлыҡ биләмәләренең әһәмиәтен яҡшы аңлай, сөнки кеше таҙа һыуһыҙ йәшәй алмай. Һаҙлыҡ биләмәләре сөсө һыуҙы һаҡлау өсөн мөһим объект булып тора. Һаҙлыҡтар, губка кеүек, яҙғы һыуҙарҙы үҙенә һеңдерә һәм һуңынан, йәй буйына, уны шишмәләргә һәм йылғаларға бирә ала.
Башҡортостанда һыу-һаҙлыҡ биләмәләрен өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса ҙур эш алып барыла. Ул «Экологик системаларҙың климаттың үҙгәреүенә яраҡлашыуына булышлыҡ итеү һәм СО2 сығарыуҙы кәметеү маҡсатында Рәсәйҙә торф ятҡылыҡтарын һаҡлау һәм даими файҙаланыу» проекты сиктәрендә башҡарыла.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты директоры, Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең тәбиғәтте һаҡлау комиссияһы рәйесе, профессор Василий Мартыненко «Башинформ» агентлығына проект хаҡында ентекләп һөйләне.
«Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә һаҙлыҡтарға инвентаризация үткәрелә, уларҙың барлыҡҡа килеүе, үҫемлектәр донъяһы, гидрологик режимы, торф ятҡылығының тәрәнлеге һәм башҡа аспекттар өйрәнелә. Бынан тыш, республикала Берғаҙан-Ҡамыш һаҙлығын тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарыла. Унда ҡойоу дамбаһы төҙөлә, уның механизмы быйыл эшләй башларға тейеш. Һөҙөмтәлә һаҙлыҡтың экологик системаһы яйлап тергеҙеләсәк. «Асылыкүл» тәбиғәт паркы биләмәһен — Асылыкүлде, Берғаҙан-Ҡамыш һаҙлығын халыҡ-ара кимәлдәге «Рамсар биләмәһе» һыу-һаҙлыҡ биләмәһенә тәҡдим итеү буйынса эш алып барыла. Өҫтәүенә биләмәләрендә ҙур һаҙлыҡ массивы булған 15 объект буйынса документтар әҙерләү тамамлана. Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән ошо объекттар һаҙлыҡтарҙы һаҡлау буйынса тәбиғәт ҡомартҡылары тип танылыр, тигән ышаныстабыҙ», — тине Василий Мартыненко.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика