02:31 (UTC+5), 02 Февраль 2017

Ҡала парктарын төҙөкләндереүгә Башҡортостанға 18 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан 250 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа парктарҙы төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 18,7 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Ошо хаҡта Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.
Федераль бюджеттан өҫтәмә финанслауҙың сикке кимәле республика өсөн 83 процент тәшкил итәсәк.
«Ҡабул ителгән ҡарар менән 2017 йылда илдең 72 төбәге араһында 500 миллион һум күләмендәге субсидиялар 250 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа күмәк ял итеү урындарын (ҡала парктарын) төҙөкләндереүгә булышлыҡ итеүгә бүленгән, шулай уҡ был сараларҙы файҙаланыуҙы контролдә тотоу тәртибе билдәләнгән», — тиелә документта.
Субсидия алыу өсөн төбәктәр 1 мартҡа ҡәҙәр Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән ҡалалар араһында сараларҙы бүлеү буйынса йөкләмәләр яҙылған килешеүҙе төҙөргә тейеш. 1 апрелгә тиклем – бәләкәй ҡалалар араһында саралар бүлеү ҡағиҙәһен раҫларға һәм субсидия алыусыларҙың исемлеген билдәләргә.
Парктарҙы тәртипкә килтереү буйынса эштәргә ҡала халҡы ла йәлеп ителәсәк. Уларҙы яйға килтереү планын йәмәғәт тикшереүенә сығарырға һәм граждандар менән бергә раҫларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тикшереү эше 30 көндән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Ҡала биләмәһендә берҙән-бер парк булған осраҡта фекер алышыуҙар – 1 майға ҡәҙәр, күберәк булғанда 15 апрелгә тиклем дауам итергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика