Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2017, 09:48
Һөнәри стандарттар индереү буйынса Башҡортостандағы тәүге майҙансыҡ Күмертауҙа асыла
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 3 һәм 4 февралдә Күмертауҙа «Йылдам педагогика: үҫеш биләмәһе» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙа. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Мәғариф министрлығы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Күмертау ҡалаһы хакимиәте.
Конференция Башҡорт дәүләт педагогия университетының республиканың педагогик төркөмө менән берҙәмләшеү, һөнәри стандарттарға күсеү шарттарында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең һөнәри үҫеш процесын комплексы оҙатыуҙы тәьмин итеү, шулай уҡ белем биреүҙең сифатын бойондороҡһоҙ баһалау ойоштороуҙа муниципаль мәғариф идаралығы органдарына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла.
Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, конференцияла ҡатнашыусыларҙы бай эстәлекле программа көтә. Төрлө күргәҙмәләр һәм унлаған мәғариф майҙансығынан тыш, педагогтар тренингтарҙа ҡатнаша ала. Шулай уҡ конференция сиктәрендә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Күмертау ҡалаһы хакимиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
мәғариф
һөнәри стандарттар
Читайте нас