07:25 (UTC+5), 01 Февраля 2017

Хөкүмәттә пенсия йәшен арттырыу тураһында концептуаль ҡарар ҡабул ителде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Хөкүмәтендә пенсия йәшен арттырыу тураһында концептуаль ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә. Әле Министрҙар Кабинетында закондың аныҡ положениелары тикшерелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, өс вариант бар: ҡатын-ҡыҙҙарға — 63 йәшкә, ир-егеттәр өсөн 65-кә тиклем күтәреү; бөтәһе өсөн дә бер үк — 63 йәш. Хөкүмәттең социаль блогы ир-егеттәрҙе — 65, ҡатын-ҡыҙҙарҙы 60 йәштә хаҡлы ялға ебәрергә тәҡдим итә.
Үҙгәрештәр хаҡында 2018 йылда яңы хөкүмәт булдырылғандан һуң иғлан итерҙәр, моғайын.
2015 йылда илдә ирҙәрҙең көтөлгән ғүмер оҙайлығы — 66, ҡатындарҙың 77 йәш тәшкил итте. Ике енес вәкиле өсөн дә ул — 71 йәш. Ир-егеттәр — 60, ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштә пенсияға сыға.
Америка Ҡушма Штаттарында, Канадала, Японияла ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия йәше — 65, Францияла — 60, Швейцарияла — 65 һәм 64, Австрияла — 65 һәм 60, Израилдә — 67 һәм 62 йәш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика