11:48 (UTC+5), 01 Февраля 2017

Башҡортостанда «Сәнғәт берләштерә» халыҡ-ара проекты ғәмәлгә ашырыла

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда «Европа контексында һөнәри тәжрибә» проекты сиктәрендә «Сәнғәт берләштерә» халыҡ-ара проекты ғәмәлгә ашырыла. Ойоштороусылар – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Баден-Вюртемберг еренең йәмәғәт ойошмалары фекеренсә, проект халыҡтар араһында үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүгә, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф өлкәһендә һөнәри тәжрибә уртаҡлашыуға ҙур өлөш индерәсәк.
Проектта Башҡортостан һәм Баден-Вюртемберг халҡы ҡатнаша. Ул биш этапта тормошҡа ашырыла, тәүгеһе 2016 йылдың декабрендә «Башҡортостан — Баден-Вюртемберг» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды. Икенсе этабы 2017 йылдың 29 ғинуарынан 8 февраленә ҡәҙәр Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы, Эслинген ҡалаһының мөмкинлектәре сикләнгән кешеләре, Штутгарт театры актерҙары ҡатнашлығында уҙа. «Штутгартта уйлап сығарыусылар конференцияһы» исемле пьесаға репетиция яһау өсөн Германияға Башҡортостандан психиатрия дауаханаһы актерҙары бара.
Майҙа Өфөлә проекттың өсөнсө этабы сиктәрендә Урыҫ драма театрында Карлсруэ йәштәр дәүләт театрының сығышы күҙаллана. Дүртенсеһе сәнғәт өлкәһендәге осрашыуҙарға арналған. Проекттың һуңғы, бишенсе этабы Өфөлә уҙасаҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән Рәсәй һәм Германия актерҙары «Штутгартта уйлап сығарыусылар конференцияһы» спектаклен ҡуясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика