02:03 (UTC+5), 01 Февраля 2017

7 февралдә ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һынау тота – киң мәғлүмәт саралары

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 7 февралдә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ата-әсәләр өсөн 50 төбәктә Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һынау имтихандары ойоштора. Ул «Ата-әсәләрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө» бөтә Рәсәй акцияһы барышында уҙа, тип хәбәр итә «ТАСС» агентлығы. Акция сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләренә имтихан процедураларының үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт еткереүгә арналған.
«Ата-әсәләр үҙҙәре бөтә имтихан процедураларын үтә: теркәлә, бланктар тултыра, дәүләт имтиханында нисек контроль алып барылғанын, имтихан материалдары нисек баҫылғанын һәм эшкәртелгәнен күрә, Берҙәм дәүләт имтиханында булған темаларға оҡшаш эштәрҙән торған ҙур булмаған имтихан эшен яҙа аласаҡ»,— тип хәбәр итә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең матбуғат хеҙмәте.
7 февралдә акцияла 50-ләгән төбәк ҡатнаша, ҡалғандарында ошондай уҡ саралар ай дауамында уҙасаҡ. Уларҙа төбәк власы, мәғариф министрлығы вәкилдәре шәхсән ҡатнашасаҡ, 2017 йылда Берҙәм дәүләт имтиханының нисек уҙыуын һөйләйәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика