05:25 (UTC+5), 31 Января 2017

Райондарҙа парашют спорты үҫешә

Хәйбулла районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан райондарында парашют спорты үҫешә. Хәйбулла районында был спорт төрө район етәкселеге ярҙамында ойошторола. Илһөйәрлек тәрбиәләү һәм йәштәрҙе әрме хеҙмәтенә әҙерләү өсөн был ойошма нигеҙендә уҡытыу-спорт үҙәге асыу бурысы ҡуйыла. Үҙәк Йәнтеш ауылындағы мәктәптә нигеҙләнә, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.
Шул проект сиктәрендә Йәнтештә яңыраҡ парашют-десант әҙерлек синыфы менән таныштырыу уҙҙы. Унда район учреждениелары етәкселәре, хакимиәт вәкилдәре, мәктәп директорҙары, десант ғәскәрҙәре ветерандары ҡатнашты.
Ул йәштәргә Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеүгә әҙерләнергә, уларҙың хәрби рухын нығытырға, тарихты өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк, тине район хакимиәте башлығы Рәил Ибраһимов, ойошторолған секцияның әһәмиәтен билдәләп.
«Парашют секцияһына бөтә теләүселәрҙе йыйырға ниәтләнәбеҙ, — тип һөйләне парашют мәктәбен ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостан ДОСААФ-ының төбәк авиация бүлегенең әйҙәүсе белгесе Олег Комянин. — Һауа-десант әҙерлек дәрестәрен уҡытасаҡбыҙ. Маҡсатыбыҙ – кешеләргә парашют менән һикереү түгел, тап һауа-десант әҙерлеге буйынса кәрәкле белем биреү. Дәрестәр синыфта һәм Йәнтеш ауылы үҙәгендә, һауа-десант комплексының йәҙрә элементтарында уҙғарыласаҡ. Тыңлаусылар парашют-десант системаһының ҡоролошо һәм уны йыйыу алымы менән танышасаҡ. Уҡыу курсын тамамлағандан һуң, улар имтихан тапшырасаҡ, уның һөҙөмтәһе буйынса үҙаллы һикереүҙәргә рөхсәт аласаҡ. Февралдә тәүге дәрестәрҙе үткәреү күҙаллана. 30-лаған егет курсанттар исемлегенә яҙылған да инде».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика