08:20 (UTC+5), 31 Ғинуар 2017

Рәсәйҙәр өсөн Мысырҙы февраль айында уҡ асыуҙары ихтимал

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй туристарының февраль айында уҡ Мысырға юлланыуы ихтимал. 8-9 февралдә Федераль һауа транспорты агентлығы ошо илдең аэропорттарында контроль тикшереүҙәр үткәрә, шунан һуң Каир, Хургада һәм Шарм-эль-Шейх ҡалаларына чартер һәм даими рейстарҙы тергеҙеү тураһында иғлан ителә.
«Известия» гәзите яҙыуынса, һауа юлы Мысырҙың бөтә хәүефһеҙлек талаптарын үтәгән осраҡта ғына тергеҙелә. Тикшереүҙән һуң Рәсәй Транспорт министрлығының рәсми белдереү менән сығыш яһауы көтөлә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Мысыр яғы бөтә тейешле эштәрҙе башҡарған. Улай ғына ла түгел, илдең өс ҙур аэропортында Рәсәй граждандарын ҡабул итергә әҙерҙәр — улар өсөн айырым терминалдар бүленгән.
Ләкин осоштарҙы асыу даталары әлегә билдәләнмәгән, сөнки ҡарарҙы Рәсәй Хөкүмәте ҡабул итә.
2015 йылдың ноябрендә, Синай ярымутрауы өҫтөндә «Когалымавиа» авиакомпанияһының А321-е һәләкәткә осрағандан һуң, Рәсәй һәм Мысыр араһында бәйләнештәр туҡтатылғайны. Шарм-эль-Шейхтан Санкт-Петербургка осҡан самолет шартланы. Һөҙөмтәлә борттағы 224 кешенең һәммәһе лә һәләк булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика