Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2017, 13:47
Башҡортостан юлдаш телеканалын бөтә ил халҡы ҡарай ала
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ғинуарҙан юлдаш телевидениеһы абоненттарының МТС компанияһынан Башҡортостан юлдаш телеканалын ҡарау мөмкинлеге бар. Республика телеканалы төп пакетҡа инде. Хәҙер Өфөләге Телеүҙәктең сигналын Калининград ҡалаһынан алып Владивостокка хәтлем бөтә ил халҡы ҡабул итә ала.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева хәбәр итеүенсә, МТС-тың теләһә ҡайһы офисында тоташтырыуға ғариза ҡалдырырға мөмкин. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының потенциаль аудиторияһын 40 миллиондан ашыу тамашасы тәшкил итә. Сигналды таратыу эфир аналог, кабель, IP-, юлдаш һәм интернет-тапшырыуҙар аша тормошҡа ашырыла.
Теги:
телевидение
башҡортостан юлдаш телеканалы
Читайте нас: