12:30 (UTC+5), 30 Ғинуар 2017

Төбәк руханиҙары Мәскәүҙә XXV Халыҡ-ара Раштыуа белем арттырыу уҡыуҙарында ҡатнашты

Мосолмандарҙың үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте
Мосолмандарҙың үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Мәскәүҙә XXV Халыҡ-ара Раштыуа белем арттырыу уҡыуҙары үтте. Мәғариф, мәҙәниәт, социаль хеҙмәт итеү һәм дини-әхлаҡи мәғрифәтселек өлкәһендәге традицион сиркәү-йәмәғәт форумында 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Дин башлыҡтары һүҙ көрәштереүҙәрҙә, диалог-клубтарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм 16 йүнәлеш буйынса тематик секцияларҙа ҡатнашыу өсөн бергә йыйылды. Шәйех-ул-Ислам, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының Башҡортостан мосолмандары төбәк диниә назараты рәйесе Мөхәммәт Тажетдинов форумдың абруйлы ҡунаҡтары булды, тип хәбәр иттеләр Мосолмандарҙың үҙәк диниә назаратында.
Сараны тантаналы асыу Дәүләт Кремль һарайында уҙҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү ебәргән.
Уҡыуҙар сиктәрендә Дәүләт Думаһында V Раштыуа Парламент осрашыуҙары үтте. Уларҙы асып, Мәскәү һәм бөтә Русь Патриархы Кирилл яңы саҡырылыш депутаттарын һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Үҙ сығышында ул халыҡ һайланыусылары тарафынан кисектергеһеҙ хәл итеүҙе талап иткән бер төркөм мәсьәләләргә ҡағылды: демографик проблема, әсәнең һәм баланың һаулығын һаҡлау, күп балалыҡты хуплау, эшһеҙлекте бөтөрөү. Осрашыу аҙағында «Алла донъяһының матурлығы» Халыҡ-ара балалар ижады бәйгеһе һәм «Уҡытыусының әхлаҡи батырлығы өсөн» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.
Дәүләт Думаһында Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берекмәләрҙең һорауҙары буйынса комитет ойошторған «Дин. Йәмғиәт. Дәүләт» исемле түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Осрашыу дини ойошмалар тураһында ҡануниәтте камиллаштырыуға арналды. Фекер алышыуҙа Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рус православие иҫке обряд сиркәүе Митрополиты Корнилий, Кавказ Мосолмандар идаралығының тулы хоҡуҡлы вәкиле мөфтөй Шафиг Пшихачев, Татарстан Республикаһы мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары Рөстәм Батров, Рәсәйҙең йәһүд дини общиналары һәм ойошмалары конгресы президенты урынбаҫары раввин Зиновий Коган ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика