Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2017, 12:54

Был аҙнала төбәктә көндәр һалҡын торасаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 30 ғинуарҙа, Башҡортостанда һалҡын һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр республиканың Гидрометеорология үҙәге. Көндөҙ термометр бағанаһы -15, -20 градус күрһәтә, әммә урыны менән йылыраҡ — 10 градусҡаса һалҡын. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Төнгә ҡарай төбәктә -27,-32 градусҡа тиклем һыуыта.
Шишәмбе, 31 ғинуарҙа, көндөҙ -14,-19, көньяҡта -8,-13 градус буласаҡ. Ләкин төндә йәнә һыуыта: -25,-30 градус.
1 февралдә синоптиктар урыны менән бер аҙ ҡар яуыуын, республиканың төньяғында еңелсә буран сығыуын фаразлай. Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы унан алдағы көндәге кеүек буласаҡ.
Һалҡын һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.
Читайте нас