05:20 (UTC+5), 30 Января 2017

Башҡортостанда партия проекты ауыл мәҙәниәт йорттарының матди базаһын нығытырға ярҙам итә

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов /. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттарының матди базаһын нығытырға ярҙам итә. Был проектҡа Туймазы районының 1969 йылда һалынған Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Мәҙәниәт йорто ла ингән, уның дөйөм майҙаны – 700 квадрат метрҙан ашыу. Муниципаль мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға һәм үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан субсидиялар бүлеү партия фракцияһының башланғысы буйынса Дәүләт Думаһында ҡаралған. Ҡарамалы-Ғөбәй өсөн ул 1 миллион 300 мең һум тәшкил итә.
Ауыл халҡы, Туймазы районы Советы рәйесе һәм секретары Илфир Минибаев һәм Ирек Ҡәйүмов, проект буйынса бөтә мәғлүмәтте һөйләп биргән район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илдар Сәлихов, Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы башлығы Мәғәфүр Хәбибуллин, урындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығындағы йәмәғәт тыңлауҙарында мәҙәниәт учреждениеһын реконструкциялау һәм яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу буйынса буласаҡ сығымдарҙың сметаһы тикшерелә. Ауыл халҡы фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашып, үҙ тәҡдимдәрен индерә. Атап әйткәндә, дәүләттең шундай бүләге өсөн рәхмәт әйтеп, йыйылышта ҡатнашыусылар ауылдаштарын Рәсәйҙә 2017 йыл – Экология йылы сараларында әүҙем ҡатнашырға, ауыл эргәһендәге законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөргә, тирә-яҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға, ижтимағи-сәйәси һәм күмәк мәҙәни сараларҙа әүҙемлек күрһәтергә өндәй.
Яңыртылған һәм заманса йыһаздар, ҡорамалдар, аппаратуралар менән йыһазландырылған мәҙәниәт йортон ҡабаттан ағымдағы йылдың дүртенсе кварталында күп функциялы ауыл Мәҙәниәт йорто статусында асыу күҙаллана. Унда мәҙәниәт йорто, моделле китапхана, балалар өсөн уйын бүлмәһе, күнекмәләр залы, этнография мөйөшө урынлашасаҡ. Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл мәҙәниәт йорто районда күп функциялы ауыл Мәҙәниәт йорттары араһында өсөнсө буласаҡ.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының проектын ғәмәлгә ашырыу 1250-ләп кеше йәшәгән райондың иң ҙур ауылдарының береһендә кешеләрҙең мәҙәни ялы өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итте мәҙәниәт буйынса муниципаль йәмәғәт советы рәйесе Мөсәүир Камалетдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика