Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2017, 16:07

Төбәктә коллекторҙарҙың законһыҙ эш итеүе тураһында «ҡыҙыу линия»ға хәбәр итергә мөмкин

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында ойошмаларҙың бурысты кире ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линия» асылған.
Коллекторҙарҙың законһыҙ эш итеүе тураһында (347) 273-71-49 телефоны буйынса шылтыратып хәбәр итергә мөмкин. Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә (ял көндәренән тыш).
Суд приставтары бурысты кире ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырғанда физик берәмектәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса федераль законды ҡулланыуға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирергә әҙер, тип аңлатма бирҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: