06:19 (UTC+5), 27 Января 2017

Республикала «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән 126 кеше йәшәй

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 27 ғинуарҙа Рәсәйҙең Хәрби дан көнө – Ленинград ҡалаһын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү көнө билдәләнә. Кешелек тарихында ҡаланың иң оҙаҡ һәм ҡурҡыныс ҡамауы – 900 көн самаһы һуҙылған блокаданың тамамланыуына быйыл 73 йыл тула.
Башҡортостанда «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән 126 кеше йәшәй, тип хәбәр итә төбәктең Хеҙмәт министрлығы. Уларҙың 75-е – Өфөлә, ҡалған 51-е республиканың ҡала һәм райондарында йәшәй.
«Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе ҡамау ваҡытында (1941 йылдың 8 сентябренән алып 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем) Ленинградта дүрт айҙан күберәк йәшәгән граждандарға бирелә.
Ошо категорияға ҡараған кешеләр дәүләттән бер төркөм социаль ярҙам саралары менән файҙалана. Уларға ай һайын аҡсалата түләү (2016 йылдың 1 февраленән алып ул 2638,27 һум тәшкил итә), йәки өҫтәмә бушлай медицина ярҙамы формаһында дарыуҙар, шул иҫәптән табиптың дарыу алырға бирелгән ҡағыҙы буйынса дарыуҙар менән тәьмин итеү, шифахана-курортта дауаланыуға юллама биреү һәм ҡала-тирә тимер юл транспортында, дауаланыу урынына тиклем һәм кирегә ҡала-ара транспортында бушлай юл йөрөү ҡаралған. Билдә менән бүләкләнгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж кешеләр федераль ҡаҙна иҫәбенә торлаҡ менән тәьмин ителә. Бынан тыш, әлеге категория граждандарына протездар һәм протез-ортопедия әйберҙәре бирелә. Шулай уҡ «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән граждандарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү сығымдары аҡсалата компенсациялана. Ул социаль яҡлау органдары (Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдары һәм филиал бүлектәре) аша түләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика