05:23 (UTC+5), 27 Января 2017

Баш ҡалала Нефть университеты буласаҡ абитуриенттарҙы көтә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт нефть техник университеты 28 һәм 29 ғинуарҙа Асыҡ ишектәр көнөн уҙғара.
28 ғинуарҙа саралар 8-се корпуста (Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында) иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. 29 ғинуарҙа мәктәп уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен ике майҙансыҡта: Менделеев урамы, 195 адресы буйынса урынлашҡан 5-се корпуста (Архитектура-төҙөлөш институтында) һәм Чернышевский урамы, 145-тә урынлашҡан 12-се корпуста (Иҡтисад һәм сервис институтында) көтөп ҡалалар. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Абитуриенттар студенттар, факультеттарҙың уҡытыусылары һәм декандары менән туранан-тура аралаша, ҡабул итеү комиссияһы ағзаларына һәм университет етәкселегенә һорауҙар бирә ала. Сараның төп өлөшө һуңында факультет декандары менән осрашыу, университет лабораториялары һәм кафедралары буйлап экскурсия ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика