Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2017, 07:04

Рөстәм Хәмитов: «Башҡорт дәүләт университеты терәк университет статусына эйә булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкмен»

БР Башлығының матбуғат хеҙмәте
БР Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 25 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашты һәм уларҙы Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы.
Осрашыу башланыр алдынан юғары уҡыу йортоноң физика-математика корпусы фойеһында республика етәксеһе Башҡорт дәүләт университеты студенттарының ғилми эштәренә һәм ижадына арналған «Татьяна көнө» күргәҙмәһен ҡараны.
Үҙ сығышында төбәк Башлығы республиканың социаль-иҡтисади, ғилми-техник үҫеше, йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү, мәғариф системаһын камиллаштырыу темаларына ҡағылды.
- Республикабыҙҙы заманса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаштырыу буйынса эште һеҙҙең менән бергәләп дауам итергә кәрәк. Төбәктең оҙаҡ ваҡыт тышҡы донъянан айырым булғаны сер түгел. Был эшҡыуарлыҡ, иҡтисад, тотош йәмғиәт үҫешенә ҡағылды, – тине республика етәксеһе. – Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университеты өсөн федераль университет статусын алып булманы, республикала милли тикшеренеү университеттары булдырылманы. Ул ғәйәт ҙур етешһеҙлек булып торҙо, сөнки юғары уҡыу йорттарын үҫтереү йәһәтенән республика конкурентлыҡ мөхитенән шунда уҡ төшөп ҡалды. Маҡсатыбыҙ – хәҙерге заман даирәһенә сығыу. Яңы идеялар, мәғлүмәти ағымдар менән берлектә өр-яңы һөҙөмтәләргә өлгәшеү. Бөгөн бер төбәк тә яңғыҙ эшләй алмай.
Студенттарҙың һорауҙарына яуап биреп, төбәк Башлығы Башҡорт дәүләт университетының терәк университет исемен алыуы буйынса әүҙем эш алып барылыуын билдәләне. Ошо исемгә республикала «Газпромдың» терәк юғары уҡыу йорто булған Өфө дәүләт нефть техник университеты ғына эйә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына терәк гуманитар юғары уҡыу йорто статусы бирелгән.
- Башҡорт дәүләт университеты терәк университет статусына эйә булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкмен. Ул яңы талаптар ҡуя, белем биреү процесын ойоштороуҙа үҙенсәлектәре бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Юғары уҡыу йорттарының дәрәжәһен күтәреү – мөһим эш.
Студенттарҙың республика етәксеһенә биргән һорауҙары йәштәрҙең эштәрен производствоға индереү, эшкә урынлашыу, йәмәғәт транспорты, экология, спорт һәм үҙешмәкәрлекте үҫтереү кеүек темаларға ҡағылды.
Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов геофизика кафедраһының термометрия лабораторияһын ҡараны, уның эше менән танышты.
Автор: Александр Смирнов
Читайте нас