04:41 (UTC+5), 26 Января 2017

Башҡортостанда 25-се тапҡыр «Һылыуҡай» милли гүзәллек бәйгеһе уҙа

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда 25-се тапҡыр «Һылыуҡай» милли гүзәллек бәйгеһе уҙа. Республика сараһының финалы 18 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә үтә.
Финалда тамашасыларҙы яңы музыка композициялары, сағыу хәрәкәт итеүсе декорациялар һәм стилле костюмдар көтә, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашасаҡ һәм башҡорт дизайнерҙары-модельерҙарының яңы коллекцияларын күрһәтәсәк.
Гүзәллек бәйгеһенең тәүге һайлап алыу этабы 19 февралгә тиклем муниципаль берәмектәрҙә һәм республика учреждениеларында үтһә, икенсе туры 26 февралдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда була.
«Һылыуҡай» республика бәйгеһе Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан булдырыла, «Һомай» дефиле-театры» мәҙәниәт һәм ижадты үҫтереү студияһы менән ойошторола. Йыл һайын төп башҡорт һылыуҡайы исеменә һәләтле һәм амбициялы ҡыҙҙар көрәшә. Финалға сығыусыларҙың күбеһе артабан донъя кимәлендә уңышлы йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, журналистар, актрисалар, йырсылар һәм супер-моделдәр булып китә. Һуңғы йылдарҙа «Һылыуҡай» бәйгеһе Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәүсе республикабыҙ вәкилдәре араһында ла уҙа.
Бәйге барышын «Бәйләнештә» һәм Инстаграмм социаль селтәрҙәрендә күҙәтеп була. Ойоштороусылар менән бәйләнеш телефондары: 8-917-379-38-72; 8-963-131-01-84.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика