02:59 (UTC+5), 26 Января 2017

Башҡортостан таможняһы экспорт һәм импорт буйынса алдынғы сауҙа илдәрен атаны

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан таможняһы экспорт һәм импорт буйынса алдынғы уҙаҡташ булған сауҙа илдәрен атаны. Тауарҙың күпселек өлөшө Ҡытайға, Финляндияға, Һиндостанға, Нидерландҡа һәм Украинаға сығарыла, индерелә – Ҡытайҙан, Германиянан, Америка Ҡушма Штаттарынан, Даниянан һәм Япониянан. Был турала, «Интерфакс-Поволжье» агентлығы ойошторған матбуғат конференцияһында ведомство етәксеһе Марат Сәфиуллин һөйләне. Ведомство етәксеһе 2016 йылда Башҡортостан таможняһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, төбәктә тышҡы сауҙа әйләнеше 1439,5 миллион доллар тәшкил итә, тип билдәләне. Төп өлөшө экспортҡа тура килә – 1101,2 миллион доллар (76,5 процент), импортҡа – 338,3 миллион доллар (23,5 процент). Былтырғы осор күрһәткестәре менән сағыштырғанда, тышҡы сауҙа әйләнеше 18,8 процентҡа кәмегән.
Башҡортостандан башҡа илдәргә йышыраҡ түбәндәге продукциялар сығарыла: машина эшләү (авиация двигателдәре) – 38,5 процент, химия (стирол, каучук, кальцинацияланған сода) – 37,5 процент, минераль (шыйыҡ пиролиз продукттары) – 12 процент. Импортҡа килгәндә, республикаға машина эшләү тауарҙары (ҡошсолоҡ ҡорамалдары, ҡаҙанлыҡтар, келәләр, еңел автомобилдәр, компрессор ҡулайламалары) – 49,7 процент, химия (адсорбент, катализаторҙар, ПВХ ыҫмалаһы, полиэтилен, тригонокс) – 29,7 процент, металдар (ҡара металдан әйберҙәр, цинк, баҡыр арматуралар) индерелә.
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Сәнәғәт тимер юл транспорты предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төбәктә төп экспортерҙар булып тора, тип өҫтәне Марат Сәфиуллин. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Салауатнефтехимремстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «РСХ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сит илдәрҙән тауарҙар һатып ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика