07:02 (UTC+5), 25 Января 2017

Төбәктә өс күл тауар балыҡсылығы өсөн тапшырылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан биләмәһендәге өс күл 25 йылға балыҡсылыҡ өсөн файҙаланыуға тапшырылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында. Өфөнөң Калинин районында — Синьгирево күле, Ҡырмыҫҡалы районында — Ҙур һәм Бәләкәй Ҡаракүл. Һамарҙа Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығында ҡиммәтле балыҡ үрсетеү хужалыҡтарын ойоштороу маҡсатында ҡулланыусыларға балыҡсылыҡ участкаларын беркетеү буйынса аукцион булды.
«Бынан һуң ошо күлдәргә балыҡ тотоу ҡағиҙәләре ҡағылмай, — тине Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау бүлеге белгесе Рәлим Хажиев. — Ҡулланыусы ла халыҡтың һыу ятҡылыҡтарына килеүен сикләргә, һәүәҫкәр балыҡ тотоуҙы тыйырға хоҡуҡлы».
Әлеге ваҡытта республиканың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында үҫтерелгән балыҡ күләме халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Был күрһәткес йылына 1500 тонна тәшкил итә. Белгестәр билдәләүенсә, был өлкәлә төбәктең ҡеүәте ғәйәт ҙур. Дөйөм алғанда, быйыл 30-ға яҡын һыу объекттарын балыҡсылыҡ өсөн бүлеп биреү ҡарала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика