17:02 (UTC+5), 25 Января 2017

Төбәктә мәктәпкә халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың исеме бирелә

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 26 ғинуарҙан Мишкә ауылының 1-се лицейы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләковтың исемен йөрөтәсәк. Ул 2015 йылдың ғинуарында донъя ҡуйҙы.
Белем биреү учреждениеһы директоры Евгений Малмыгин һүҙҙәренсә, 1-се лицейға Флорид Бүләковтың исемен бирергә Мишкә районы хакимиәте тәҡдим иткән.
«Лицейҙа иҫтәлекле таҡтаташ асыу — ошонда уҡыған һәм 1965 йылда мәктәбебеҙҙе тамамлаған күренекле драматургка хөрмәт белдереү ул», — тине Евгений Малмыгин.
Уны асыу тантанаһына яҡындары, хеҙмәттәштәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, район хакимиәте етәкселеге саҡырылған. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Бөгөн лицейҙа 600-гә яҡын уҡыусы белем ала, төп йүнәлеш — физика һәм математика. 53 уҡытыусы эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика