12:35 (UTC+5), 25 Января 2017

Республикала күлдә балыҡтарҙы һәләк булыуҙан ҡотҡаралар

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Бөрө районындағы Шәмсетдин күлендә балыҡтарҙың һәләк булыуына юл ҡуймау өсөн саралар уҙғарыла, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Һыу объектының периметры буйынса ҡырҡҡа яҡын мәке уйылған, күлгә һауа ебәреүҙе тәьмин итеү өсөн компрессор ҡуйылған.
Белгестәр аңлатыуынса, ҡағиҙә булараҡ, балыҡтарҙың һәләк булыуы ҙур булмаған, һай күлдәрҙә күҙәтелә. Ылымыҡтарҙың сереүе һөҙөмтәһендә һыуҙа кислород кәмей һәм ағыулы газдар бүленеп сыға, был иһә балыҡтарҙың үлеменә килтерә. Уларҙы мәке уйыу юлы менән ҡотҡарып ҡалырға мөмкин. Экологтар республика халҡын һыу объекттарына иғтибар итергә, һәм хәүефле күренештәр күҙәтелгән осраҡта төбәктең тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһына хәбәр итергә саҡыра.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика