03:43 (UTC+5), 25 Января 2017

Рәсәйҙәрҙең 60 проценты социаль селтәрҙәр менән ҡуллана – һорау алыу

Depositphotos.com
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәйҙәрҙең 60 проценты социаль селтәрҙәр менән ҡуллана, тип хәбәр итә «Известия», 2016 йылдың декабрендә бөтә Рәсәй һорау алыу һөҙөмтәһе мәғлүмәттәренә һылтанып. Был 2015 йылға ҡарағанда дүрт процентҡа һәм 2011-селә алынған мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда 20 процентҡа күберәк. Социологтар һәр кешенең социаль-демографик портреты барлығын асыҡлаған.
Һорау алынғандар йышыраҡ «Бәйләнештә» (40 процент), «Синыфташтарҙа» (34), Facebook (9), «Минең Донъяла» (7), Twitter (5), «Минең даирәлә» (3), Тере журналда (3) аралашыуын һөйләгән.
«Бәйләнештә» селтәре айырыуса йәштәр араһында популяр – уҡыусыларҙың 80 проценты тиерлек аралашыу өсөн ошо социаль селтәрҙе артығыраҡ күрә. «Синыфташтар» урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында киң ҡулланыла. Ә бына Facebook һәм Twitter менән йышыраҡ юғары социаль-иҡтисади статусҡа эйә булған, етәкселек вазифаларын башҡарған һәм юғары табышлы, белемле кешеләр файҙалана. Был селтәрҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күбеһенсә ирҙәр ултыра.
Социаль селтәрҙәрҙең киң таралғанлығы күбеһенсә йәшәү урынына бәйле. Мәҫәлән, мәскәүҙәр араһында ҡулланыусыларҙың һаны иң күбе (49 процент), ә ауыл халҡы араһында – иң түбәне (29 процент).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика