02:56 (UTC+5), 25 Января 2017

Мәктәптәрҙә инвалид балалар менән эшләү өсөн уҡытыусыларҙың ярҙамсылары буласаҡ

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы оҙатып йөрөү өсөн уҡытыусыларҙың ярҙамсылары эшләйәсәк. Ошо хаҡта, Рәсәй мәғариф һәм фән министры Ольга Васильеваға һылтанып, «РИА Новости» хәбәр итә.
«Педагогик белемле кадрҙарҙың етмәүе менән бәйле тағы ла бер мөһим эш башҡарырға – мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында класҡа бер ғәрип бала урынына, мәҫәлән, шундай өсәүҙе алыу өсөн тьютор тип йөрөтөлгән уҡытыусы ярҙамсыларын индерергә ниәтләйбеҙ», — тине министр журналистар менән осрашыуҙа.
2016 йылдың 1 сентябренән алып башланғыс мәктәптә белем биреү буйынса яңы стандарттар үҙ көсөнә инде. Улар инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың дөйөм белем биреү процесына инеүен күҙаллай. Рәсәй мәктәптәрендә шундай балаларҙың артыуы теркәлгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика