07:47 (UTC+5), 25 Ғинуар 2017

Өфөлә мәктәптә туҡланыуға хаҡтар раҫланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө хакимиәтендә мәктәптә туҡланыуға хаҡтар раҫланды. Ҡайнар аштың хаҡы йәш төркөмдәре буйынса билдәләнә.
Башланғыс класс уҡыусылары өсөн иртәнге аш 55 һум, төшкө аш — 65, төштән һуңғы аш — 22 һумдан да кәм булырға тейеш түгел. 5-11 класс уҡыусылары өсөн иртәнге аш — 60 һум, төшкө аш— 70, төштән һуңғы аш 22 һум тәшкил итә.
Документ льготалы категориялар өсөн бюджеттан дотацияларҙы күҙ уңында тота. Етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, социаль яҡтан хәүефле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар өсөн көнөнә 35 һум дотация ҡаралған. Дотация мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн көнөнә — 120-130 һум, күп балалы ғаиләләрҙәге балалар өсөн 10-15 һум тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика