09:13 (UTC+5), 25 Января 2017

Башҡортостан студенттары Татьяна көнөн билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн Башҡортостандағы 188 меңгә яҡын студент үҙҙәренең байрамын — Татьяна көнөн билдәләй. Тап Татьяна студенттарҙың яҡлаусыһы тип иҫәпләнә.
Республиканың һәр юғары уҡыу йортонда төрлө саралар ойошторола, баллы эсемлек менән һыйлау ҙа йолаға әүерелгән.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында байрам иртәнән үк башланды. Был көндә — һәр факультеттың үҙ программаһы. Физика-математика факультетында — астрономия буйынса «Йыһан серҙәре» викторинаһы, художество-графика бүлегендә — станциялар буйлап «Рәссамдар аңлар» тигән квест-уйын, Филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институтында иһә «Лингвистик квест-2017» уҙғарыла.
Иртәнге сәғәт 10-дан 3-сө яртыға тиклем икенсе уҡыу корпусының Аҡ залында Башҡортостандың Киберспорт федерацияһы президенты Азамат Моратов ҡатнашлығында киберспорт буйынса ярыштың финалы үтә.
Артабан саралар Аҡмулла исемендәге майҙанда дауам итә. Тамашасыларҙы студенттарҙың ритуалдары һәм йолалары менән театрлаштырылған тамаша, ҡышҡы уйындар, байрам торты һәм баллы эсемлек көтә.
Университеттың концерт залында «Диканька янындағы утарҙа кистәр» исемле мюзиклдың премьераһы була.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында Татьяна көнө лазер шоуы һәм салют менән тамамлана.
Өфө дәүләт авиация техник университетында саралар төп корпус алдындағы майҙанда үтә. Бөтә факультеттарҙың һәм институттарҙың командалары өсөн Татьяналарҙы ҡотлау, спорт ярышы, ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторола. Университет ректоры студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡайнар сәй һәм ҡоймаҡ менән һыйлаясаҡ.
Башҡорт дәүләт университетында программала конкурстар, уйындар, күргәҙмә, художество коллективтарының сығышы, фотосессия ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика