05:58 (UTC+5), 24 Января 2017

Республикала фотолар конкурсында ҡатнашыусылар «баһалап бөткөһөҙ аталыҡ һәләте» тураһында фотолар тәҡдим итте

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы ҡалаһында «Баһалап бөткөһөҙ аталыҡ һәләте» фотоһүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Уҙған көндәрҙә еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Тантаналы сараға ғаиләләре менән атайҙар, алыҫта сәфәрҙә булған ғаилә башлыҡтарының иһә ҡатындары һәм балалары килде. Ҡунаҡтар алдында «Серпантин» яугир-интернационалистар клубы рәйесе Василий Биккинин сығыш яһаны. «Ковчег» ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау үҙәге етәксеһе, уҡытыусы һәм күп балалы әсә Наталья Ермошина билдәләүенсә, ныҡлы һәм татыу ғаиләләрҙе, ата кешенең ғаилә ағзаларына ҡарата хәстәрлекләү һәм яратыу мөнәсәбәтенә нигеҙләнгәндәрҙе мотлаҡ хупларға кәрәк. Атайҙың ролен конкурс ойоштороусылары ғына түгел, бәйгене ойоштороуҙа финанс ярҙамы күрһәткән предприятие һәм ойошма етәкселәре, шәхси кешеләр ҙә аңлай.
Алтынсы йыл рәттән уҙғарылған конкурстың ихтыяжы һәм уңышы Туймазы районында Атайҙар советын булдырыуға этәргес бирҙе. Былтыр «Ковчег» ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау үҙәге, «Туймазинский вестник» гәзите редакцияһы һәм райондың бөтә вайымлы аталар көсө менән Совет ойошторолдо. Уның рәйесе – Радик Ғәбдрәхимов – Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы. Советтың төп бурысы – Туймазы районы ғаиләләренә ярҙам итеү, ғаилә институтын пропагандалау һәм ыңғай аталыҡ тәжрибәһен таратыу.
Туймазы ҡалаһынан алып Үрге Троицк ауылына тиклем автомобиль уҙышы Атайҙар советы ойошторған тәүге ҙур сара булды, унда 14 ғаилә экипажы ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ғаилә менән бергә үткәргән ваҡыттан бик күп тәьҫораттар һәм ыңғай эмоциялар алды. 2017 йылға Совет байтаҡ ҡыҙыҡлы конкурстар һәм саралар планлаштырған. Оҙаҡламай «Олимпиясы» спорт комплексында ғаилә менән ГТО нормаларын тапшырыу ойоштороласаҡ. Бөгөнгә 22 ғаилә ғариза биргән. Хәҙер Туймазы ҡалаһы һәм районы халҡы атай булыу – ул күңелле, файҙалы һәм абруйлы, тип тулы ышаныс менән әйтә ала, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика